+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2023, 10:00

Башҡортостанда социаль предприятиелар реестрына индереүгә ғаризалар һаны артҡан

Социаль предприятие тип танылған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда социаль предприятиелар реестрына индереүгә ғаризалар һаны артҡан
Башҡортостанда социаль предприятиелар реестрына индереүгә ғаризалар һаны артҡан

Социаль предприятие тип танылған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын социаль предприятие итеп таныу тураһында ғаризалар һәм документтар ҡабул итеүен дауам итә.

Эшҡыуарҙарҙан 235 ғариза ҡабул ителгән. Был үткән йылдың ошо осорондағыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк.

2022 йылда төбәктең 147 социаль эшҡыуары дөйөм алғанда 71,3 миллион һумлыҡ грант алған. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә грант ярҙамы һаҡлана, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Социаль предприятие тип танылған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған: дәүләт йәки муниципаль милекте ҡуртымға алыу  буйынса льготалы ставкалар, микрокредит программаһы буйынса минималь процент һәм, әлбиттә, гранттар. Быйыл бындай ярҙамды алыусылар исемлеге киңәйтелде – хәҙер социаль эшҡыуар статусын һәм уға ярашлы ярҙамды инвалидлығы булған эшҡыуарҙарҙың, хеҙмәткәрҙәр ялламаған хәлдә лә, алыу мөмкинлеге бар, – тип аңлата  Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Социаль предприятие итеп таныу тураһында ғаризалар һәм документтар БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 342-се кабинет) ҡабул ителә. Телефон: 8 (347) 218-08-26.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/428076#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: