+6 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Марта 2023, 07:07

Асҡыс алып ҡыуандылар

Яңауыл ҡалаһында 33 ғаилә (65 кеше) авария хәлендәге торлаҡтан яңы фатирға күсте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Асҡыс алып ҡыуандыларАсҡыс алып ҡыуандылар
Асҡыс алып ҡыуандылар

Яңауыл ҡалаһында 33 ғаилә (65 кеше) авария хәлендәге торлаҡтан яңы фатирға күсте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күп фатирлы йорттар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев әйтеүенсә, халыҡты авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса программа 2021 йылда уҡ тормошҡа ашырыла башлаған. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә барыһы 103 йорт емерелгән, 1500-ҙән артыҡ кеше яңы торлаҡҡа күскән.

Өс ҡатлы йорттарҙа төҙөлөш-монтаж эштәре үткән йылдың декабрендә тамамланған. Биҫтәлә бар инфраструктура булдырылған: юлдарға асфальт һалынған, балалар баҡсаһы, магазиндар бар, йәмәғәт транспорты өсөн туҡталыштар ҡуйылған.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм 2019 – 2023 йылдарға авария хәлендәге торлаҡ фондынан граджандарҙы күсереү буйынса Башҡортостан Республикаһы адреслы программаһының дүртенсе этабын тормошҡа ашырыу  сиктәрендә Яңауыл районында һигеҙ мең квадрат метрлыҡ майҙанлы  212 торлаҡ бинаһынан граждандарҙы күсереү планлаштырыла. Әле 168 бинанан (6 428,7 квадрат метр) кешеләрҙе күсереү ҡалған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/426969#scroll.

Автор:
Читайте нас