0 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Марта 2023, 09:55

Тән һәм йән сәләмәтлеге

Дәүләкән пенсионерҙары йога менән шөғөлләнә. Түләүһеҙ. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тән һәм йән сәләмәтлегеТән һәм йән сәләмәтлеге
Тән һәм йән сәләмәтлеге

Дәүләкән пенсионерҙары йога менән шөғөлләнә. Түләүһеҙ.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Демография” милли проекты сиктәрендә Дәүләкән ҡалаһының “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә “Тән һәм йән гармонияһы” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу өсөн йога менән шөғөлләнергә шарттар булдырыу маҡсатында ойошторола, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Март айында үҙәк күнекмәләр өсөн кәрәк-яраҡ алырға, тренер, проект партнерҙары менән килешеү төҙөргә йыйына.

Йога менән шөғөлләнеү оло йәштәгеләргә тән һығылмалығын, сыҙамлығын арттырыуға һәм хис-тойғолары менән идара итеүгә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә ойоштороусылар.

Түләүһеҙ күнекмәләр апрелдә башлана, дүрт урында ойошторола.

“Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге 2023 йылда “Тән һәм йән гармонияһы” проекты менән Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын отоусылар исемлегенә ингән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/425704#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас