+1 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Марта 2023, 09:54

Мәктәп үҙенә тартып тора

Мәләүез районы Ергән ауылында Балалар сәнғәт мәктәбендә төрлө саралар йыш үтә. “Мин Башҡортостанда йәшәйем” тип аталған лекция-концерт “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә ойошторола. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп үҙенә тартып тораМәктәп үҙенә тартып тора
Мәктәп үҙенә тартып тора

Мәләүез районы Ергән ауылында Балалар сәнғәт мәктәбендә төрлө саралар йыш үтә. “Мин Башҡортостанда йәшәйем” тип аталған лекция-концерт “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә ойошторола.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Балалар Башҡортостан тураһында белемен камиллаштыра, башҡорт композиторҙары музыкаһын тыңлай.

“Мәҙәниәт” милли проекты  сиктәрендә капиталь йүнәтеү үткәрелгәндән һуң балалар сәнғәт мәктәбендә ҡыҙыҡлы саралар үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырылды, район мәҙәни тормошона йәлеп ителгән граждандар һаны артты, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бинаға капиталь ремонт 2022 йылда үтә. Бының өсөн 15 миллион һум аҡса тотонолған.

– Сәнғәт мәктәбе танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бинаның яңы фасады көндөҙ сағыу төҫө менән үҙенә тартып торһа, кисен яҡтылыҡҡа күмелеүе менән иғтибарҙы йәлеп итә. Теоретик кластар киңәйҙе, хәҙер уларҙа интерактив таҡта, проектор ҡуйыу мөмкинлеге бар, кәрәкле бөтә йыһаз урынлаштырылған. Художество бүлегендә кабинеттар ҙа иркенерәк булып ҡалды, – ти Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Галина Сергеева.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проектына 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, уның 635 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. 17 мәктәп, 10 кинозал заманса ҡорамалдар, музыка ҡоралдары менән тәьмин ителгән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/424720#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас