

Айгөл Фаруҡшинова Баҡалы районы Мостафа ауылында икмәкхана асырға ниәтләй.
Башта икмәк-ҡалас, кондитер ризыҡтары бешерергә уйлай, һуңыраҡ ярымфабрикаттар һәм һөт продукцияһы етештерергә теләй. Уның башланғысы район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хуплау алды, тип хәбәр итә Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Йүнсел аныҡ бизнес планын тәҡдим итә. Ҡуртымға алынған бинала әле ремонт эшләнә, эшкә алыр кешеләр ҙә һайланған. Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү сиктәрендә алынған аҡсаға йәш ғаилә туңдырғыс ҡорамалдар һәм мейестәр алырға ниәтләй. Мәшғүллек үҙәге белгестәре документтар йыйыу, ғариза тапшырыуҙа ярҙам итә.
Фаруҡшиновтар бер нисә йыл фермерлыҡ менән шөғөлләнә. 2019 йылда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Яңы эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, өс миллион һум грант алалар. Әле эштәрен уңышлы алып баралар. Эре мөгөҙлө мал һанын йөҙ башҡа еткергәндәр. Ер эшкәртәләр, мал аҙығы етештерәләр, һөтсөлөк менән шөғөлләнәләр.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/420603#scroll.