Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы белем биреү комплексы төҙөлә. Ул 180 урынға иҫәпләнгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
2023 йылда төҙөләсәк яңы комплекс 120 уҡыусыға иҫәпләнгән урта белем биреү мәктәбенән һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһынан тора.
– Яңы белем биреү объекты мең ярым кеше йәшәгән ауыл өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тип билдәләй Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Егор Родин.
4296,9 квадрат метр майҙанлы мәктәп балалар баҡсаһы менән ҡушыла. Өс ҡатлы кирбес бинала ашхана, спорт залы, медицина блогы ла ҡаралған. Мәктәп заманса санузел, йылытыу, видеокүҙәтеү системалары, янғын һәм һаҡлау сигнализациялары менән йыһазландырыла. Уҡыусылар һәм педагогтар өсөн уңайлы шарттар булдырыла, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Белем биреү комплексы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/422871#scroll.