Башҡортостанда лизингҡа туризм автобусы алыу буйынса тәүге килешеү бойомға ашырылды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Килешеү “Башҡортостан Республикаһы төбәк лизинг компанияһы” һәм “Милли туризм компанияһы” туроператоры араһында төҙөлдө, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автобустың хаҡы – 11,52 миллион һум. Лизинг ярҙамы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә күрһәтелгән. YUTONG маркалы автобус 53 урынға иҫәпләнгән, ул туристарҙы оҙон араларға йөрөтөүгә ҡулайлаштырылған.
– Бындай мөмкинлеккә бик шатбыҙ. Автобус алыу беҙгә хеҙмәтләндереү кимәлен күтәрергә, туристар һанын арттырырға мөмкинлек бирә. Йәйге туризм миҙгелендә үк автобуста “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” һәм “Мәктәп туризмы” программалары буйынса маршруттар ойоштора алабыҙ. Автобус Terra Bashkiria бренды аҫтында йөрөйәсәк, – ти “Милли туризм компанияһы” директоры Нурия Доганер.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/423786#scroll.