+7 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Марта 2023, 04:00

Зирәклекте, һиҙгерлекте үҫтергән боронғо уйын

Дүртөйлө районында ветерандар араһында нард уйнау буйынса турнир үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Зирәклекте, һиҙгерлекте үҫтергән боронғо уйынЗирәклекте, һиҙгерлекте үҫтергән боронғо уйын
Зирәклекте, һиҙгерлекте үҫтергән боронғо уйын

Дүртөйлө районында ветерандар араһында нард уйнау буйынса турнир үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Нард – боронғо уйындарҙың береһе. Был уйындың биш мең йыллыҡ тарихы бар, тип билдәләй Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ул замандарҙа нард күңел асыу уйыны булыуҙан бигерәк, астрологик күҙаллауҙар өсөн ҡулланылған. Һәр элементы айырым фәлсәфәгә эйә булған. Әйтәйек, таҡта – ерҙе, 30 таш – 30 көн һәм төндө һ.б. аңлатҡан.

“Нард, сатраш уйыны кеүек, мейене үҫтерә. Шахмат логик фекерләүҙе арттырһа, нард зирәклекте һәм интуицияны үҫтерә”, – тип билдәләй уйнаусылар.

Өҫтәл уйындары оло йәштәгеләр өсөн аралашыу, ял итеү сараһы булып тора.

Сара “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

 

Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас