+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2023, 10:00

Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме? Эшкә урынлашырғамы?

Башҡортостанда “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә түләүһеҙ уҡыуҙар программаһы башланды. Был уҡыуҙарҙа 50 йәшлек һәм унан өлкәндәр, өс йәшкә тиклем бала менән декрет отпускыһында ултырған әсәләр, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшләмәгән ҡатындар, 35 йәшкә тиклем айырым категория граждандар, шулай уҡ эшһеҙ һәм эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған кешеләр ҡатнаша ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме? Эшкә урынлашырғамы?
Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме? Эшкә урынлашырғамы?

Башҡортостанда “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә түләүһеҙ уҡыуҙар программаһы башланды.

Был уҡыуҙарҙа 50 йәшлек һәм унан өлкәндәр, өс йәшкә тиклем бала менән декрет отпускыһында ултырған әсәләр, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшләмәгән ҡатындар, 35 йәшкә тиклем айырым категория граждандар, шулай уҡ эшһеҙ һәм эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған кешеләр ҡатнаша ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2022 йылда бындай мөмкинлектән Башҡортостанда йәшәгән 6,3 мең кеше файҙаланған. Уларҙың 84 проценты эшкә урынлашҡан. Был Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә тормошҡа ашырылған был программала ҡатнашырға теләүселәр күп, йыл һайын квота арттырып үтәлеүе күҙәтелә.

Бүздәк районынан Фидания Муллагәрәева үҙ мауығыуын килем сығанағына әүерелдергән. Йәш ҡыҙ биналарҙы биҙәргә ярата, фитодизайн менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнергә хыяллана.

– Үткән йылда район мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Бында миңә “Бизнес планлаштырыу” курстары үтергә тәҡдим иттеләр. Был белемде оҫтахана ойошторғанда ҡулландым. Әҙер бизнес проекты менән тағы мәшғүллек үҙәгенә барҙым. Үҙмәшғүл булараҡ 153 мең һум финанс ярҙамы алдым. Хәҙер яһалма йәшеллек менән ресторандарҙы, йәйге террасаларҙы, шәхси йорт интерьерҙарын биҙәйем. Башҡортостандан ғына түгел, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан да мөрәжәғәт итәләр, – тип бүлешә йәш эшҡыуар.

Программала ҡатнашыу өсөн “Работа России” порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Әле Башҡортостанда йәшәүселәр йөҙҙән ашыу программа буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә.

Фото – https://contenta.info/press_releases/417484#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: