+4 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Марта 2023, 07:10

“Ауылдаштарым һау булһын”

Мәсетле районында “Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһында ҡатнашыусы йәш фельдшерҙар күп. Теләш ауылына йәш медицина хеҙмәткәре Гөлназ Закирова ҡайтҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ауылдаштарым һау булһын”“Ауылдаштарым һау булһын”
“Ауылдаштарым һау булһын”

Мәсетле районында “Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһында ҡатнашыусы йәш фельдшерҙар күп. Теләш ауылына йәш медицина хеҙмәткәре Гөлназ Закирова ҡайтҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Гөлназ бәләкәстән кешеләргә ярҙам күрһәтергә ынтыла. Свердловск өлкә медицина колледжында белем алып, фельдшер булып сыға. Тыуған ауылында практика үткәндә фельдшер Нурания Миңлебаева эшенең бар нескәлектәре менән бүлешә. Уҡып бөткәс тә, ошонда ҡайтырға ҡарар итә ул.

Ғаиләһе янында булырға теләгән йәш белгескә “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 750 мең һум аҡса бүленде, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Гөлназ Фәғил ҡыҙы 382 кешене хеҙмәтләндерә. Йыш ҡына ял көндәрендә лә ауырыуҙарҙы ҡарарға тура килә.

“Диспансеризацияны ваҡытында үтеп, профилактика сараларын күреү кәрәк, тигән фекерҙәмен. Ауылда йәшәгән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен. Фельдшер-акушер пунктында шарттар бик яҡшы”, – ти йәш белгес.

“Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/413787#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас