-2 °С
Ясно
Милли проекттар
10 Марта 2023, 05:00

Сит илдәрҙекенән һис кәм түгел

Салауат районы эшҡыуары Айгөл Закирова “Мамин порошок” тип аталған гипоаллерген кер йыуыу онтағы менән “ВоДаррин” йыуыу шыйыҡсаһы етештереү буйынса цех асҡан, үҙ сауҙа маркаһын булдырған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Сит илдәрҙекенән һис кәм түгелСит илдәрҙекенән һис кәм түгел
Сит илдәрҙекенән һис кәм түгел

Салауат районы эшҡыуары Айгөл Закирова “Мамин порошок” тип аталған гипоаллерген кер йыуыу онтағы менән “ВоДаррин” йыуыу шыйыҡсаһы етештереү буйынса цех асҡан, үҙ сауҙа маркаһын булдырған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Кер йыуыу онтағы бер юлы таптарҙы бөтөрөүсе, ағартыусы булып та хеҙмәт итә. Даими ҡулланыусылар уны балаҫ, мебель, аш-һыу бүлмәһен, плитаны, раковинаны таҙартҡанда тотона, хатта һауыт-һаба йыуыу машинаһына ла һала.

Гипоаллерген продукция Өфө, Силәбе, Ҡаҙан, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бәләбәй, Ишембай, Салауат һ.б. ҡалаларҙың сауҙа селтәрҙәрендә һәм магазиндарҙа һатыла. Шулай уҡ улар  WILDBERRIES, OZON, Яндекс.Маркет, KazanExpress, AliExpress кеүек маркетплейстарға ла сығарылған, тип хәбәр итә Салауат районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге.

Үткән йылда Айгөл Закирова “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сығымының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия ала. Йүнсел ҡатын әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы яңы идеяларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Өҫтәлмә ҡорамалдар алына, ассортимент арта, яңы сауҙа итеү ысулдары үҙләштерелә.

Эшҡыуар әсәйҙәрҙән етештергән продукцияһы өсөн рәхмәт хаттарын күп ала. Был сифатлы йыуыу-таҙартыу саралары ҡиммәтле сит илдекенән һис кәм түгел, тип билдәләй улар.  

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/418969#scroll.

Сит илдәрҙекенән һис кәм түгел
Сит илдәрҙекенән һис кәм түгел
Сит илдәрҙекенән һис кәм түгел
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас