+6 °С
Ясно
Милли проекттар
9 Марта 2023, 04:00

Маҡсатына ирешә уңғандар

Шәхси эшҡыуар Розалия Усманова Black cat инглиз теле студияһын етәкләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Маҡсатына ирешә уңғандарМаҡсатына ирешә уңғандар
Маҡсатына ирешә уңғандар

Шәхси эшҡыуар Розалия Усманова Black cat инглиз теле студияһын етәкләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ҡалабыҙҙа төрлө өлкәлә эшләгән предприятиелар барлыҡҡа килә һәм уңышлы эш алып бара, тип хәбәр итә Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Шәхси эшҡыуар Розалия Усманова Black cat инглиз теле студияһын етәкләй. Хеҙмәт юлын мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып башлай ул. Декрет ялында ултырған ваҡытында сит телдәр өйрәнеү үҙәге етәксеһе менән таныша һәм үҙе лә шундай студия асырға дәртләнә. Был маҡсатта курстарҙа белем ала, вебинарҙар, тренингтар үтә. Сауҙа үҙәгендә кабинетты ҡуртымға ала, аҙаҡ Көйөргәҙе урамында айырым бина таба.

Инглиз телен өйрәнергә теләгән балалар күп йыйыла. Бында 5 – 18 йәшлек 150-нән ашыу бала уҡый. Егәрле етәксе үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусылар йыя.

Үткән йылда Розалия Усманова 4-се категория буйынса социаль предприятие статусы алған. Был уға үҙ эшен үҫтереү өсөн 500 мең һумға тиклем грант алырға конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Киләсәктә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү менән шөғөлләнергә лә уйҙары бар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/417601#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас