+9 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Марта 2023, 13:30

Башҡортостанда газ яғыулығында йөрөгән транспорт һаны арта

 “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектының “Йәмәғәт транспортын үҫтереү” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә – 35, инфраструктура бюджет кредитлауы буйынса 70  транспорт сараһы алынған. Улар барыһы ла метан менән йөрөй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда газ яғыулығында йөрөгән транспорт һаны артаБашҡортостанда газ яғыулығында йөрөгән транспорт һаны арта
Башҡортостанда газ яғыулығында йөрөгән транспорт һаны арта

 “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектының “Йәмәғәт транспортын үҫтереү” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә – 35, инфраструктура бюджет кредитлауы буйынса 70  транспорт сараһы алынған. Улар барыһы ла метан менән йөрөй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2023 йылдың март айына ҡарата республикала газ яғыулығында 533 автобус эшләй. Уларҙың 401-е – “Башавтотранс” ойошмаһыныҡы, 132-һе шәхси автобус йөрөтөүселәрҙә, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ 2022 йылда “Башҡортостан Республикаһының транспорт системаһын үҫтереү” төбәк программаһы сиктәрендә 1136 транспорт сараһы газ яғыулығына күскән.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев билдәләүенсә, 2022 йылда Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереүгә 58 миллион 400 мең аҡса бүленгән. Быйыл субсидия биреүгә 89 миллион 300 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Фото һәм сығанаҡ  – https://contenta.info/press_releases/418097#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас