+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2023, 10:15

Башҡортостан – кино залдарын яңыртыу һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә

Республикала 2022 йылда – 10, ә милли проект тормошҡа ашырылыу ваҡытында, йәғни 2019 йылдан алып барыһы 29 яңыртылған кинозал асылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан – кино залдарын яңыртыу һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә
Башҡортостан – кино залдарын яңыртыу һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә

Республикала 2022 йылда – 10, ә милли проект тормошҡа ашырылыу ваҡытында, йәғни 2019 йылдан алып барыһы 29 яңыртылған кинозал асылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Үткән йылда “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә Ҡалтасы районының Краснохолмский, Ҡалтасы, Ауырғазы районының Талбазы, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ, Әбйәлил районының Асҡар, Белорет районының Инйәр, Шишмә, Учалы ауылдарында, Межгорье ҡалаһында (2 зал) кино залдары яңыса йыһазландырылды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уларҙағы йыһаздар Өфө кинотеатрҙарындағынан һис кәм түгел.

– Был өлкәлә яңыртыуҙар башлыса “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса бара. 2022 йылда милли проектҡа 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, уның 635 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы был аҡсаны тулыһынса тотондо, – ти республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Министр белдереүенсә, “Мәҙәниәт” милли проекты бойомға ашырылған дүрт йылда 78 мәҙәни объект яңыртылған һәм төҙөлгән. Үткән йылда ғына 27 мәҙәни объект йүнәтелгән. 17 балалар сәнғәт мәктәбе ҡорамалдар һәм уйын ҡоралдары менән йыһазландырылған. Республика мәҙәни сараларға йөрөү буйынса өс алдынғы төбәк иҫәбенә ингән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/406590#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: