Дыуан районында балалар поликлиникаһы төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәсәғүттәге балалар поликлиникаһында төҙөлөш эштәре үткән йылдың март айында башланған. Ул бер сменала 200 кешене ҡабул итә аласаҡ.
Дыуан районы халҡы һаны һуңғы йылдарҙа арта бара. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына әле ололар ҙа, балалар ҙа йөрөй. Әле бер сменала 400 кеше ҡабул ителә. Был медицина хеҙмәткәрҙәренә лә, пациенттарға ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, сөнки 1985 йылда төҙөлгән бина 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Дыуан һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында балаларҙы дауалау өсөн уңайлы шарттар булдырыла, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Дүрт-биш ҡатлы балалар поликлиникаһы бинаһында көндөҙгө стационар (реабилитация бүлеге), ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, тиҙ ярҙам, инфекция блоктары ла була. Балалар поликлиникаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса һалына.
Балалар поликлиникаһы кәрәкле медицина ҡорамалдары, компьютерҙар менән йыһазландырыла. Тирә-яғын йәшелләндереү, бина алдында ял итеү һәм көтөү майҙансығы ла ҡаралған. Объект быйыл тапшырыла, тип көтөлә.