

Асҡын районында автоклуб алыҫ ауылдарҙың халҡын ҡыуандырыуын дауам итә. Был юлы ул Яңы Ҡара һәм Урманкүл ауылдарында булды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ауыл халҡы алдында “Аҡ ҡалфаҡ” вокаль-фольклор ансамбле сығыш яһаны. Тамашасылар һәр концерт номерын бик йылы ҡаршы алды, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яратҡан йырҙар яңғырай, күңелле бейеүҙәр башҡарыла. Рәхмәтле тамашасылар артистарҙың һәр сығышын көслө ҡул сабыуҙар менән оҙата, концерттан һуң яҡшы кәйеф бүләк итеүселәргә рәхмәтен еткереп, ижади уңыштар теләй.
– Бер сәғәтлек концерттың үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Башҡарыусыларҙың оҫталығы, тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуы сараны ысын байрамға әйләндерҙе. Һөнәри оҫталығы менән генә түгел, күңел йылылығы менән дә бүлешкән артистарҙы халыҡтың ебәргеһе килмәне. Ошо араларҙа башҡа ауылдарға ла концерттар ойошторорға иҫәбебеҙ, – ти ойоштороусылар.
Сара “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/404729#scroll.