

Өфөнөң “Сағыу” микрорайонында тағы ике урам төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2023 йыл аҙағына тиклем “Сағыу” биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн тағы ике урам төҙөлә, тип хәбәр итә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Урамдарҙың береһенең оҙонлоғо – 608, икенсеһенеке 381 метр тәшкил итә.
Төҙөлөш-монтаж эштәре ғинуарҙа башланған да инде.
Проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Бөгөн “Сағыу” – Өфөнөң иң тиҙ үҫкән биҫтәләренең береһе. 2011 йылда төҙөлә башлаған микрорайонда йыл һайын яңы кварталдар, социаль объекттар барлыҡҡа килә. Әле бында 9500 самаһы кеше йәшәй. 2019 йылда биҫтәлә 1000 урынға иҫәпләнгән “СМАРТ” полилингваль мәктәбе, 2020 йылда 180 урынлыҡ “Аманат” 202-се полилингваль балалар баҡсаһы асыла. 2022 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” проекты сиктәрендә 2,5 саҡрым хәүефһеҙ һәм сифатлы юл төҙөлә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/401027#scroll.