+2 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Февраля 2023, 04:05

Юғары технологиялы медицина үҫешә

Сибай ҡала үҙәк дауаханаһындағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге бүлегендә магнит-резонанс томографияһы эшләй башлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары технологиялы медицина үҫешәЮғары технологиялы медицина үҫешә
Юғары технологиялы медицина үҫешә

Сибай ҡала үҙәк дауаханаһындағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге бүлегендә магнит-резонанс томографияһы эшләй башлаған.

Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге  социаль сәхифәһендә яҙа.

Сибай һәм Урал аръяғы пациенттарына юғары технологиялы махсус медицина ярҙамы тағы ла уңайлыраҡ була бара. Яңы аппарат "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә алынған. Магнит-резонанс томографияһы организмдың ҡатмарлы ауырыуҙарын, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын хәүефһеҙ, ентекле, иртә стадияларҙа асыҡларға мөмкинлек бирә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас