-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2023, 09:50

Ел дә ҡурҡытмай

Борайҙа балыҡ тотоу буйынса асыҡ турнир үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ел дә ҡурҡытмай
Ел дә ҡурҡытмай

Борайҙа балыҡ тотоу буйынса асыҡ турнир үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара БР Спорт министрлығына йөҙ йыл тулыу айҡанлы үтте, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Турнир “Демография” милли проекты буйынса спортты һәм сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.

Асыҡ турнирҙа теләгән һәр кем ҡатнаша. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Еңеүселәр тотолған балыҡтың ауырлығына ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ “Иң эре балыҡ”, “Иң бәләкәй балыҡ”, “Иң йәш балыҡсы”, “Иң тәжрибәле балыҡсы” номинациялары билдәләнә.

“Үтәнә-үтә өрөп торған ел дә ҡурҡытмай беҙҙе. Үҙ-үҙеңде һынау ул – балыҡ тотоу”, – тип бүлешә ҡатнашыусылар.

Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ел дә ҡурҡытмай
Ел дә ҡурҡытмай
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: