+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2023, 16:04

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”

Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында йәшәгән биш бала әсәһе Эльвира Зәйнәғәбдинова икмәкхана асырға ниәтләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”

Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында йәшәгән биш бала әсәһе Эльвира Зәйнәғәбдинова икмәкхана асырға ниәтләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был проект менән ул район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Уңған ҡатын торт бешереү менән мауыға, ғаилә шәхси хужалыҡ тота. Икмәкханала икмәк-ҡалас, бәлештәр, бишбармаҡ етештерергә иҫәп тота.

Кәңәшмәлә уға икмәкхана өсөн бина варианттары тәҡдим ителде, уларҙы ҡуртымға алыу тәртибе, шулай уҡ финанс ярҙамы алыу өсөн төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре аңлатылды, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үтә. Үткән йылда районда бындай кәңәшмәләрҙә 230,5 миллион һумға торошло 72 проект ҡаралған, уларҙың 22-һе тормошҡа ашырылған.

Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: