+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2023, 09:00

Автоклуб ҡайтып та инмәй

Дыуан районының Һикәяҙ ауылы мәҙәниәт йорто ижади коллективы райондар буйлап гастролдә йөрөй. Был эштә автоклуб – төп ярҙамсы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Автоклуб ҡайтып та инмәй
Автоклуб ҡайтып та инмәй

Дыуан районының Һикәяҙ ауылы мәҙәниәт йорто ижади коллективы райондар буйлап гастролдә йөрөй. Был эштә автоклуб – төп ярҙамсы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Коллектив Салауат районы Гусевка ауылы, Дыуан районы Михайловка, Яңы Михайловка, Мәтәле, Салғыя ауылдары халҡын ижады менән ҡыуандыра. Концерт программаһына Татьяна Гладких, “Добры молодцы”, “Малахит” ансамблдәре башҡарыуында  йырҙар, “Любава” бейеү төркөмө бейеүҙәре, “Битлек” коллективының театраль миниатюралары ингән.

– Дыуан районында йыл ярым самаһы “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса алынған күп функциялы күсмә мәҙәниәт үҙәге – автоклуб эшләй. Ул күп мәҙәни сараларҙа ҡулланыла. Был осорҙа йөҙ сара ойошторҙоҡ, уларҙа 42 меңдән ашыу тамашасы ҡатнашты, – ти автоклуб мөдире Ольга Горбунова.

Дыуан районында 47 ауыл иҫәпләнә, уларҙың 22-һендә генә клуб бар. Район үҙәгенән иң алыҫ ятҡан ауылға тиклем ара – 40 саҡрымдан ашыу. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, автоклуб ярҙамында парктарҙа, ял урындарында, асыҡ йәйге һәм ҡышҡы майҙандарҙа төрлө мәҙәни саралар үткәреү байтаҡҡа еңелләшә.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: