+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар 2023, 12:49

Онлайн ҡарарға була

Бөгөн 19.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең виртуаль концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, филармония солисы, әҙәби-музыкаль лекторий етәксеһе Елена Калинина вокал буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Онлайн ҡарарға була
Онлайн ҡарарға була

24 ғинуарҙа 19.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең виртуаль концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, филармония солисы, әҙәби-музыкаль лекторий етәксеһе Елена Калинина вокал буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Оҫталыҡ дәресендә Елена Алексеевна музыкаль әҫәрҙә художестволы образды тулыһынса асыу мөмкинлектәрен сисә. Шулай уҡ тауыш сығарыу ысулдары менән таныштыра, музыка әҫәрҙәрен дөрөҫ анализлап күрһәтә. Бындай сараларҙың һөҙөмтәһе шунда: ҡатнашыусы тәбиғи тауышын аса, тауышындағы тотҡарлыҡтарҙан ҡотола, үҙен иркенерәк тоя ала, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған оҫталыҡ дәресендә Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең филармонияһы артистары Наталья Подкуйко (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы), Илдар Әбдрәшитов, Адель Кәримова ҡатнаша.

Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең витуаль концерт залында ойошторолған сараны https://sgtko.ru/virtualnyj-koncertnyj-zal/ һылтанмаһы буйынса онлайн ҡарарға була.

Фото –  Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: