-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар , 13:44

Иң мөһиме – маҡсатҡа ынтылыш

Ҡариҙел үҙәк район китапханаһында “Art -терапия: теләктәр картаһы” тип аталған сара үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Иң мөһиме – маҡсатҡа ынтылыш
Иң мөһиме – маҡсатҡа ынтылыш

Ҡариҙел үҙәк район китапханаһында “Art -терапия: теләктәр картаһы” тип аталған сара үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

LIBRARY-ОҪТАХАНА эшендә почетлы ҡунаҡтар ҙа: район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Булатов, мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Нәжметдинова, мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Зилә Закирова ҡатнашты, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Хыялға ышанырға, маҡсаттан тайпылмаҫҡа кәрәк. Иң мөһиме – маҡсатҡа ынтылыш. Ниәттәр ҡороу, маҡсаттар ҡуйыу өсөн иң уңайлы ваҡыт – йыл башы. Китапханасылар теләктәр картаһы эшләү тураһында һөйләй, уның нисек эшләүен аңлата.

“Ҡатнашыусылар  дәртләнеп теләктәр картаһы төҙөнө. Кемдер ниәттәре, уйҙары менән бүлеште”, – ти китапхана директоры Светлана Сәфәрова.

Ҡариҙел үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырыла.

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в