+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ғинуар 2023, 12:42

Икмәк-тоҙ – яҡты йөҙ

Әбйәлил районы эшҡыуары Әнисә Әхтәмова икмәкхана асыу тураһында ниәтен тормошҡа ашырған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Икмәк-тоҙ – яҡты йөҙ
Икмәк-тоҙ – яҡты йөҙ

Әбйәлил районы эшҡыуары Әнисә Әхтәмова икмәкхана асыу тураһында ниәтен тормошҡа ашырған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Әнисә Әхтәмова үткән йыл аҙағында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Район үҙәгендә икмәкхана асыу тураһында проекты менән бүлешә ул. 2023 йыл башында иһә эшҡыуар икмәк, кондитер ризыҡтары етештереү, шулай уҡ тәмлекәстәр менән сәй эсергә урын да ойоштороу хаҡындағы ниәттәрен тормошҡа ашыра, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Икмәк етештереү урыны Асҡарға ингән ерҙә генә булыуы унда халыҡтың күпләп йөрөүенә булышлыҡ итә. Бында икмәк-ҡалас һатып алыуҙан тыш, ҡапҡылап алырға ла мөмкинлек бар.

“Ниәттәр күп. Етештергән ризыҡты төрләндерергә, өҫтәлмә цех төҙөргә уйҙар бар”, – тип бүлешә Әнисә Әхтәмова.

“Кулинария асыу идеяһы бик яҡшы. Уның урынлашҡан ере район үҙәгендә йәшәүселәргә юлдан ҡайтҡанда яңы ғына бешкән, тәмле ризыҡ алырға мөмкинлек бирә”, – ти бизнес-шериф Артур Дәүләтбаев.

Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-анлитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: