+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ғинуар 2023, 13:04

Йәштәргә эш

Өфөлә Рәсәй студент отрядтары көнө алдынан, 10 февралдә #ТРУДКРУТ 2023 карьера форумы үтә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәштәргә эш
Йәштәргә эш

Өфөлә Рәсәй студент отрядтары көнө алдынан, 10 февралдә #ТРУДКРУТ 2023 карьера форумы үтә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Башҡортостан йәштәре #ТРУДКРУТ 2023 карьера форумында эш таба ала, тип хәбәр итә  БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Торатау” конгресс-холында уҡыусылар, студенттар, йәш белгестәр эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән таныша, үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡарай ала. Сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

– Рәсәй студент отрядтарының беҙҙең төбәк бүлеге йыл һайын республика йәштәрен ваҡытлыса эш менән тәьмин итә.  Ойошма төҙөлөш, педагогика, сервис, ауыл хужалығы, медицина һәм башҡа йүнәлештәрҙә эшләй. Бүлек Башҡортостандың һәм илдең төп ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә, хеҙмәт семестры ваҡытында студенттар ҙур һәм мөһим объекттарҙа эшләй. Студенттарҙы хеҙмәт оҫталығына өйрәтеп кенә ҡалмайҙар, финанс һәм хоҡуҡи, эшҡыуарлыҡ буйынса белем бирәләр, – ти Башҡортостан Республикаһының йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Форумда өс йүнәлеш буйынса белем биреү ҡаралған. Балаларға финанс, хоҡуҡи грамота, талантыңды ҡулланып аҡса эшләү, профориентация һәм йәйге эш тураһында һөйләйҙәр. Студенттар фриланста эшләргә, ҙур компанияларҙа стажировка үтергә, каникулда эшләргә өйрәнә. Белгестәр менән эш ҙур компанияларҙа стажировка үтеүгә, даими эш эҙләүгә, эшҡыуарлыҡҡа арнала. Ҡатнашыусылар бизнес-тренерҙар менән осраша, улар үҙ эшеңде башлау тураһында һөйләй. Нетворкингҡа бара, ҙур квест үтә.

Форумды Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостан  төбәк бүлеге  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм БР йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты булышлығында ойоштора.

Фото –  БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: