+9 °С
Ясно
Милли проекттар
20 Января 2023, 11:20

Биттәр ал булыр

Саҡмағош районында урынлашҡан “Ҡарағай” базаһында саңғы буйынса ярыш үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Биттәр ал булырБиттәр ал булыр
Биттәр ал булыр

Биттәр ал булыр

Саҡмағош районында урынлашҡан “Ҡарағай” базаһында саңғы буйынса ярыш үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ярышта был ҡышҡы спорт төрөн яратҡан төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты. Барлыҡ спортсылар ҙа күтәренке кәйеф менән таралышты, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Бындай ярыштар үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеген нығыта, күңелде үҫтерә, ныҡлыҡ, әхләҡи сифаттар, үҙ-үҙеңә ышаныс булдыра. Ҡатнашыусылар саф һауала ваҡытын бушҡа үткәрмәне, дуҫтары менән дә аралашты. Барыһына ла афарин! Ысын спорт байрамы булды”, – ти райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Илдар Фәһим улы.

Ярыш “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

 

Фото – Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас