+9 °С
Облачно
Милли проекттар
19 Января 2023, 10:04

Эшҡыуарҙар күбәйә

Үткән йылда Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә  эшләүселәр һаны 2021 йылдағыға ҡарағанда 11,6 процентҡа артҡан. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшҡыуарҙар күбәйәЭшҡыуарҙар күбәйә
Эшҡыуарҙар күбәйә

Үткән йылда Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә  эшләүселәр һаны 2021 йылдағыға ҡарағанда 11,6 процентҡа артҡан.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был һанға шәхси эшҡыуарҙар ҙа, үҙмәшғүлдәр ҙә ингән.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса 2023 йылдың 10 ғинуарына Башҡортостанда 127,8 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Микропредприятиелар һаны – 123,2 мең, кесе предприятиелар – 4,3 мең, урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары 337 берәмек тәшкил иткән. Социаль эшҡыуарҙар һаны 19,5 процентҡа артҡан, әле 404 социаль йүнәлештәге предприятие эшләй, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас