+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2023, 15:23

Баш ҡала үҫә, матурлана

Өфөнөң Көнсығыш Затон биҫтәһендә ете яңы урам барлыҡҡа килә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Баш ҡала үҫә, матурлана
Баш ҡала үҫә, матурлана

Өфөнөң Көнсығыш Затон биҫтәһендә ете яңы урам барлыҡҡа килә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

NOVALAND биҫтәһе Көнсығыш Затондың көньяғында урынлашҡан. Бында әле әүҙем торлаҡ йорттар төҙөлә. Социаль һәм юл инфраструктураһы ла булдырыла, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.  Үткән йылда 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө башланған, уны 2023 йылдың өсөнсө кварталында тапшырыу күҙаллана. Бынан тыш, төҙөлөп ятҡан биҫтәнең 21-се һәм 23-сө кварталдарында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса яңы урамдар булдырыла.

2024 йыл аҙағына тиклем подряд ойошмаһы был биҫтәлә дөйөм оҙонлоғо 4,12 саҡрым тәшкил иткән ете урам төҙөргә ниәтләй.

Фото –  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: