+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ғинуар 2023, 11:50

Матур акция

Нуриман районы Павловка ауылы ирекмәндәре мобилизацияланған яугирҙәр өсөн 180 пар йөн ойоҡ бәйләгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Матур акция
Матур акция

Нуриман районы Павловка ауылы ирекмәндәре мобилизацияланған яугирҙәр өсөн 180 пар йөн ойоҡ бәйләгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Павловка урта мәктәбенең Soul командаһы “Фронт өсөн бәйләйбеҙ”волонтер башланғысы “Мөмкинлектәр ваҡыты” ирекмәндәр башланғысы бәйгеһендә еңгән һәм “Ярҙам итеү һәм булдырыу” проекты сиктәрендә ярҙам алған.

Йәштәрҙе ирекмәнлеккә йәлеп итеү – “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә биреү” федераль проектының төп бурыстарының береһе булып тора.

“Фронт өсөн бәйләйбеҙ”волонтер башланғысы 2022 йылдың 14 ноябрендә башланғыс ала. Акцияның маҡсаты – махсус хәрби операция зонаһында булған һалдаттарға йөн ойоҡбаштар бәйләү.

Акцияны тормошҡа ашырыу барышында ирекмәндәр 20 мең һум аҡсаға 30 килограмдан ашыу йөн еп һатып ала. Уға 60 ирекмән һәм оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ ҡушыла. 1 – 5 класс уҡыусылары иһә һалдаттарға 200 хат яҙа. Шәхси эшҡыуар В.Маражабов кәнфит, әйберҙәрҙе һалырға пакеттар алып ярҙам күрһәтә.

Павловка ирекмәндәре ойоҡбаштар менән бергә пакеттарға кәнфиттәр, хаттар, һүрәттәр, шулай уҡ битараф булмаған кешеләр килтергән дарыуҙар, шәхси гигиена әйберҙәрҙе лә һалып, фронтҡа оҙатты, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: