+9 °С
Ясно
Милли проекттар
12 Января 2023, 08:07

Файҙалы шөғөл

Бүздәк ауылында йәшәгән Фидания  Муллагәрәева фитодизайн менән мауыға. Биналарҙы үҫемлектәр менән биҙәүҙе төп һөнәре итеп алырға тигән хыялын тормошҡа ашыра ул. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Файҙалы шөғөлФайҙалы шөғөл
Файҙалы шөғөл

Бүздәк ауылында йәшәгән Фидания  Муллагәрәева фитодизайн менән мауыға. Биналарҙы үҫемлектәр менән биҙәүҙе төп һөнәре итеп алырға тигән хыялын тормошҡа ашыра ул.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

2022 йылда Фидания Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә “Бизнес-планлаштырыу” программаһы буйынса курстар үтә.  Шунан һуң интерьерҙы яһалма йәшеллек менән биҙәү буйынса проект әҙерләй һәм район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә.

Фидания Муллагәрәеваға эш башлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар алыуға капитал талап ителә. Документтар йыйып тапшырғас, эшҡыуар үҙмәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бер тапҡыр түләү ала, тип хәбәр итә Бүздәк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фидания өйө янында ғына оҫтахана аса. Интерьерҙы биҙәү өсөн фитообъекттарға республика буйынса заказдар бирәләр. Башлыса ресторандарҙы, йәйге террасаларҙы, шулай уҡ шәхси йорттарҙы биҙәүҙе һорайҙар. Инде йүнсел ҡатын эшен киңәйтеү өсөн ярҙамсы алырға ниәтләнә.

Фото – Бүздәк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас