+17 °С
Ясно
Милли проекттар
22 Декабря 2022, 09:05

“Яңылыҡтан ҡурҡмай, алға барырға”

Күмертау ҡалаһында йәшәгән йәш йүнсел  Диана Ибраһимова быйыл йәш эшҡыуарҙарға грант конкурсында ҡатнашып, 500 мең һум грант алған һәм бахилалар етештерә башлаған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Яңылыҡтан ҡурҡмай, алға барырға”“Яңылыҡтан ҡурҡмай, алға барырға”
“Яңылыҡтан ҡурҡмай, алға барырға”

Күмертау ҡалаһында йәшәгән йәш йүнсел  Диана Ибраһимова быйыл йәш эшҡыуарҙарға грант конкурсында ҡатнашып, 500 мең һум грант алған һәм бахилалар етештерә башлаған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Медицина тауарҙары етештереү ниәте 2019 йылда тыуҙы. Быйыл станок алып, эш башланыҡ. Әле бахилалар етештерәбеҙ, киләсәктә башҡа тауарҙар өҫтөндә эшләргә иҫәбебеҙ бар, – ти Диана.

Диана Ибраһимова – эшҡыуар-медик ҡыҙы. Ғаилә бизнесы тигән төшөнсә менән ул бәләкәйҙән таныш. Үҙ эшеңде алып барыу өсөн  уны яратып башҡарыу, намыҫлы булыу, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек сифаттар кәрәклеген яҡшы белә. Ибраһимовтарҙың стоматология үҙәге, рентген-диагностика үҙәктәре селтәре бар.  

Әлегә бахилалар менән Күмертау ҡалаһының шәхси медицина ойошмаларын тәьмин итәләр, шулай уҡ улар республика буйынса ла һатыла. Августан алып һатыу күләме артҡан, айына 100 мең пар сығаралар. Киләсәктә килешеү төҙөп дауахана, мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек дәүләт учреждениеларын бахила менән тәьмин итергә уйлайҙар.

Диана ҡалала үткән семинарҙарҙа, форумдарҙа әүҙем ҡатнаша, йәштәргә эшҡыуарлыҡ буйынса ярҙам күрһәтә. Бер нисә сит тел белә, һыбай йөрөргә ярата. “Үҙ эшен асырға теләгән йәштәргә яңылыҡтан ҡурҡмаҫҡа, алдына алғанына ынтылырға кәңәш итер инем. Фекерҙәштәр табырға кәрәк – яҡшы һәм ышаныслы команда уңыштың яртыһын тәьмин итә”, – ти йәш йүнсел.

Фото –   Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас