-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Декабрь 2022, 13:01

Ауыл халҡына ҡыуаныс

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында капиталь йүнәтеүҙән һуң мәҙәниәт йорто асылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл халҡына ҡыуаныс
Ауыл халҡына ҡыуаныс

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында капиталь йүнәтеүҙән һуң мәҙәниәт йорто асылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ауыл мәҙәниәт йортонда “Асылыкүл ынйылары” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Балҡантау” балалар бейеү ансамбле, “Гөлнәзирә” бейеү ансамбле уңышлы эшләй. Бында балаҫ һуғыуға ла ҙур иғтибар бүләләр. Шулай уҡ балалар өсөн түңәрәктәр, оло йәштәгеләргә спорт секциялары бар.

Клуб бинаһында модель китапхана, тирә-яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы ла урынлашҡан.

“Кәкүк сәйе”, “Шәжәрә байрамы”, “Туй йолалары”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, һабантуй байрамдары бик күңелле үтә.

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ҡоръятмаҫтарға уңайлы мәҙәни ял, аралашыу, ижади һәләттәрен асыу, әүҙем тормош алып барыу өсөн мөмкинлектәр булдырылды, тип хәбәр итә  Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в