+10 °С
Ясно
Милли проекттар
20 Декабря 2022, 04:10

Уйна, уйна, эй, гитара!

Ҡырмыҫҡалы районы Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары ҡайтты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уйна, уйна, эй, гитара!Уйна, уйна, эй, гитара!
Уйна, уйна, эй, гитара!

Ҡырмыҫҡалы районы Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары ҡайтты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Музыка ҡоралдары  өс “Мелодия” пианиноһына, ике U1J  маркалы пианиноға, өс “Этюд” баянына, ике “Тула” аккордеонына, Weltmeister аккордеонына һәм өс гитараға тулыланды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Улар барыһы алты миллион һумға төшкән.

– “Мәҙәниәт” милли проекты – сәнғәт мәктәбе өсөн ҙур бүләк. Бындай ҙур финанс ярҙамы тәрбиәләнеүселәребеҙҙең һәләтен үҫтереү өсөн ижади мөхит булдырырға мөмкинлек бирә. Беҙ заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Сифатлы инструменттарҙа, заманса ҡорамалдарҙа уҡыған балалар, һис шикһеҙ, дәүләт ярҙамын тоя һәм киләсәктә ҙур уңыштарға өлгәшер, – ти сәнғәт мәктәбе директоры Хәниф Батталов.

2022-2023 уҡыу йылында балалар сәнғәт мәктәбендә 843 бала уҡый.

Музыка ҡоралдары “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә алына.

Фото – https://contenta.info/press_releases/368472#scroll.

Уйна, уйна, эй, гитара!
Уйна, уйна, эй, гитара!
Уйна, уйна, эй, гитара!
Уйна, уйна, эй, гитара!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас