+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Декабрь 2022, 10:15

Күркәм бүләк

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында Яңы йыл байрамына шәмдәр эшләргә өйрәнделәр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Күркәм бүләк
Күркәм бүләк

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында Яңы йыл байрамына шәмдәр эшләргә өйрәнделәр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Китапханасы Гөлиә Рәшит ҡыҙы балауыҙҙан шәм эшләү ысулын күрһәтә. Бындай шәмдәр өйҙө биҙәү өсөн ҡулланыла, был бигерәк тә Яңы йыл байрамы өсөн ҡулай. Хәҙер тәбиғи материалдар ҙур һорау менән файҙаланыла. Балауыҙ хуш еҫле, тотоп ҡарауға ла яҡшы.

Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, оҫталыҡ дәресе барыһы өсөн дә ҡыҙыҡ үтә. Шәм тиҙ эшләнә, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен шунда уҡ күрергә мөмкин. “Бөгөн үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн бик матур бүләк – шәмдәр эшләргә өйрәндек. Бындай сара өсөн ҙур рәхмәт!” – тип ҡыуанысын белдерә Өфө колледжы студенты Лиана Әсләмова.

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған.

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Күркәм бүләк
Күркәм бүләк
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: