+19 °С
Облачно
Милли проекттар
19 Декабря 2022, 07:20

Саңғы миҙгеле асыҡ!

Яңауыл районында  ҡышҡы спорт миҙгелен асыуға арналған яңы йыл эстафетаһы үтте. Стартҡа 38 команда сыҡты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Саңғы миҙгеле асыҡ!Саңғы миҙгеле асыҡ!
Саңғы миҙгеле асыҡ!

Яңауыл районында  ҡышҡы спорт миҙгелен асыуға арналған яңы йыл эстафетаһы үтте. Стартҡа 38 команда сыҡты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында спорт  менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Эстафетала тәжрибәле саңғысылар ҙа, һәүәҫкәр спортсылар ҙа ҡатнашты, тип хәбәр итә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре.

Дистанция бер саҡрым тәшкил итә.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тәбрикләй, Йәштәр һарайы командаһы яңы йыл кәйефе булдыра, киләһе йыл “хужаһы” – Ҡуян да саңғыла килә.

Яңы спорт миҙгеле асыҡ! Алда мауыҡтырғыс ярыштар көтә. Шәмбе СССР спорт мастеры Илүс Дәүләтбаев призына яңы йыл саңғы ярышы үтә.

Фото –  https://contenta.info/press_releases/371207#scroll .

Саңғы миҙгеле асыҡ!
Саңғы миҙгеле асыҡ!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас