

Әбйәлил районы эшҡыуары глэмпинг булдырыу теләге менән яна.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Әбйәлил районында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы ял итеү урыны булдырыу уйы тыуҙы. Глэмпинг төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләнем. Тәүҙә A-Frame тибы буйынса ун йорт һалырға ниәтләйем. Уларҙың майҙаны төрлө була: 36, 68 һәм 90-100 квадрат метр. Бындай каркаслы йорттар сифатлы материалдан әҙерләнә, тиҙ төҙөлә, уларҙы йыл әйләнәһенә ҡулланып була”, – тип һөйләй Радик.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов проектты хупланы, белгестәргә уны өйрәнергә һәм эшҡыуарға мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡушты, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Унда һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә ала.
Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.