+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Декабрь 2022, 09:50

Диңгеҙ һауаһын һулағығыҙ килһә, рәхим итегеҙ!

“Тормошта иң мөһиме – әлбиттә, һаулыҡ. Хыялым тормошҡа ашты – “Тоҙ мәмерйәһе” эш башланы. Килеүселәрҙең йөҙөндәге йылмайыуы, йылы һүҙе минең өсөн айырыуса ҡәҙерле”, – ти Эльвира Фаил ҡыҙы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Диңгеҙ һауаһын һулағығыҙ килһә, рәхим итегеҙ!
Диңгеҙ һауаһын һулағығыҙ килһә, рәхим итегеҙ!

“Тормошта иң мөһиме – әлбиттә, һаулыҡ. Хыялым тормошҡа ашты – “Тоҙ мәмерйәһе” эш башланы. Килеүселәрҙең йөҙөндәге йылмайыуы, йылы һүҙе минең өсөн айырыуса ҡәҙерле”, – ти Эльвира Фаил ҡыҙы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Эльвира Хәйретдинова тоҙ бүлмәһе асыу идеяһы менән ике тапҡыр “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Тәүҙә эшмәкәрлеген теркәү буйынса һорауҙарына яуап алһа, һуңынан ниндәй статус (шәхси эшҡыуарлыҡ йәки үҙмәшғүллек) һайларға, проектты ҡайҙа һәм нисек тормошҡа ашырырға кеүек мәсьәләләрҙе хәл иттек, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Консультация ярҙамы, инициатива һәм уңышҡа ышаныс үҙ эшен башҡара. “Тоҙ мәмерйәһе” үҙ ишеген аса. Бүлмә галокамера принцибы буйынса эшләй. Бында килгән һәр кем ҡәнәғәт ҡала.

Галотерапия  көсөргәнештән арындыра, һаулыҡты нығыта, эшкә һәләтлекте күтәрә, үпкәне таҙарта. Тоҙ бүлмәһендә һәр кем рәхәтләнеп диңгеҙ һауаһын һулай ала.

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына (https://investrb.ru/) ебәрергә, шулай уҡ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото – "Тоҙ мәмерйәһе"нең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: