

Башҡортостанда быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса 126 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Улар араһында 45 парк һәм сквер, 17 яр буйы, ете майҙансыҡ, 15 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы һ.б. урындар бар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелгән. Проект Рәсәй төҙөлөш министрлығы тарафынан билдәләнгән һәм иң яҡшы практикаларҙың федераль реестрына индерелгән, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. 2022 йылда бында үҙәк йәйәүлеләр урамы йыһазландырылған. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән йәштәр аллеяһы Совет урамында урынлашҡан.
Йылайыр ауылында быуаның тирә-яғы төҙөкләндерелә. Пирс майҙансығы, кейем алмаштырыу урыны, сүп-сар йыйыу майҙансығы, өҫтәл, ултырғыс ҡуйылған беседкалар, эскәмйәләр һәм башҡалар тулыһынса яңыртылып эшләнгән. Быуа буйы мәҙәни ял итеү өсөн ҡулайлаштырылған. Халыҡ бында килергә ярата, бигерәк тә йәштәр, бәләкәс балалы ғаиләләр үҙ итә.
Фото – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.