

Ҡырмыҫҡалы районында шыршы биҙәйҙәр, ҡаласыҡтар өсөн боҙ ҡырҡалар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡырмыҫҡалы ауылының үҙәк майҙанында шыршы биҙәйҙәр. Ҡабаҡ ауылында боҙ ҡырҡылған, уларҙан уйын майҙандары, һындар эшләнә. Олокүлдә эштәр тамамланыуға табан бара, бының менән йыл һайын шөғөлләнгән төркөм халыҡҡа боҙ конструкцияларын боҙмауын, хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарауын һорай, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сахай ауылында боҙ майҙансығын “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән йәмәғәт урынында ҡоралар. Ауыл хакимиәте башлығы Ришат Хөснөтдинов билдәләүенсә, ял паркы – йәй генә түгел, ҡыш та халыҡтың яратҡан урыны булып ҡала.
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.