+17 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Декабря 2022, 08:21

Етеҙ малайҙар, ҡыҙҙар

Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһында беренсе баҫҡысҡа еткән – алты йәштәре тулған малайҙар һәм ҡыҙҙар ГТО нормативтарын тапшырҙы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Етеҙ малайҙар, ҡыҙҙарЕтеҙ малайҙар, ҡыҙҙар
Етеҙ малайҙар, ҡыҙҙар

Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһында беренсе баҫҡысҡа еткән – алты йәштәре тулған малайҙар һәм ҡыҙҙар ГТО нормативтарын тапшырҙы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

ГТО нормативын тапшырыуҙа 33 бала ҡатнашты, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.

– Был сара физик әҙерлекте баһалауға йүнәлтелгән. Һөҙөмтәләр насар түгел, шулай ҙа башҡарыу техникаһы һәм һаны өҫтөндә бер аҙ эшләргә кәрәк. ГТО нормативтарын тапшырыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшинаға һәм физик культура уҡытыусыһы Марина Климоваға рәхмәтлебеҙ, – ти “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов.

Фото –  Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Етеҙ малайҙар, ҡыҙҙар
Етеҙ малайҙар, ҡыҙҙар
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас