-2 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Декабря 2022, 09:21

Кем һаҡсыл етештереүгә өйрәнә?

Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенциялар үҙәге “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу өсөн предприятиелар һайлай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Кем һаҡсыл  етештереүгә өйрәнә?Кем һаҡсыл  етештереүгә өйрәнә?
Кем һаҡсыл етештереүгә өйрәнә?

Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенциялар үҙәге “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу өсөн предприятиелар һайлай.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты эшләй башлағандан алып унда 144 предприятие ҡатнаша. Уларҙың күбеһе ҙур ғына һөҙөмтәләргә ирешкән, тип хәбәр итә  БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиела алты ай эшләй.

– Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәрен индереп, беҙ, шул уҡ ресурстарҙы файҙаланып, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға ирешәбеҙ. Һәр хеҙмәткәрҙең бурысы – эш барышында юғалтыуҙарҙы табып, уларҙы бөтөрөү. Юғалтыуҙарға артыҡ хәрәкәттәр, брак, артыҡ запастар, кәрәкмәгән транспортировка һ.б. инә. Хатта ябай ғына көтөү ҙә эшһеҙ тороуға килтерә, был иһә күрһәткестәрҙә күренә, – ти Төбәк компетенциялар үҙәге эксперты Азамат Дәүләтбаев.

Проект менән ентекләберәк https://economy.bashkortostan.ru/activity/22299/ һылтанмаһы буйынса танышырға була. Төбәк компетенциялар үҙәге менән электрон почта аша бәйләнешкә инергә мөмкин (ppt@bashkortostan.ru ). Милли проектта ҡатнашыуға Производительность.рф ИТ-платформаһында шәхси кабинетта ғариза тапшырырға мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас