+24 °С
Дождь
Милли проекттар
9 Декабря 2022, 07:55

Икмәкте нисек бешерәләр?

”Экскурсия бик ҡыҙыҡлы булды, икмәк тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ. Хәҙер был ризыҡҡа ҡарата айырыуса һаҡсыл ҡарашта булырбыҙ”, – ти уҡыусылар. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Икмәкте нисек бешерәләр?Икмәкте нисек бешерәләр?
Икмәкте нисек бешерәләр?

”Экскурсия бик ҡыҙыҡлы булды, икмәк тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ. Хәҙер был ризыҡҡа ҡарата айырыуса һаҡсыл ҡарашта булырбыҙ”, – ти уҡыусылар.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә, өҫтәлмә белем биреү программаһы буйынса, Рощинский урта мәктәбенең “Ҡышҡы баҡса” түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар Стәрлетамаҡ “Стерх” икмәк комбинатына барҙы. Балалар бында бешерелгән ризыҡтар менән танышты, төрлө икмәк-ҡалас изделиеларын әҙерләү технологиялары, белгестәрҙең эше үҙенсәлектәре, эш режимы тураһында белде, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Балалар шулай уҡ ГОСТ, техник шарттар (ТУ) ни икәнен белде, етештереүҙә ниндәй санитар ҡағиҙәләрҙе, нормаларҙы тотоу кәрәклеге менән танышты. Улар икмәк-ҡалас ризыҡтары магазин кәштәләренә еткәнсе ниндәй юлдар үткәнен ҡараны.

Уҡыусыларға ондо ни өсөн һәм нисек иләгәндәрен, ҡамырҙы баҫҡандарын, әүәләгәндәрен һәм бешергәндәрен күрһәттеләр һәм һөйләнеләр. Балалар икмәк музейында булып, йылы тәмле ҡалас менән дә һыйланды.

Фото –  Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас