

2022 йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһынан дөйөм ауырлығы 157,7 мең тонна тәшкил иткән 2284 вагон иген оҙатылған. Улар араһынан 1152 вагон, йәғни 82,2 мең тонна иген экспортҡа йүнәлтелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан игенен Мысырҙа, Төркиәлә, Сәғүд Ғәрәбстанында, Беларуста һатып алғандар.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы бөгөнгө көнгә 269,3 миллион АҠШ доллары күләмендә экспортланған. Май продукцияһы – беренсе урында (69,5 процент), икенсе урында май орлоҡтары, спирттар, бал һ.б. (16 процент) килә. Иген культуралары ауыл хужалығы сәнәғәте продукцияһы экспортының дөйөм күләменән 5,3 процент тәшкил итә.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда Башҡортостан аграрийҙары рекордлы иген уңышы (биш миллион тоннанан ашыу) йыйып алған. Майлы культураларҙы йыйып алыу тамамланырға тора. Көнбағыш, етен, рапс, гәрсис һәм башҡа май орлоҡтары уңышы 590 мең тонна булыр, тип көтөлә.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.