+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2022, 17:29

Йәш ғаиләләргә

“Ғаилә – дәүләт терәге” республика йәштәр конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бәйгелә 35 йәшкә тиклем йәш ғаиләләр йәки баланы уллыҡҡа алған атай йәки әсәй ҡатнаша ала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәш ғаиләләргә
Йәш ғаиләләргә

“Ғаилә – дәүләт терәге” республика йәштәр конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бәйгелә 35 йәшкә тиклем йәш ғаиләләр йәки баланы уллыҡҡа алған атай йәки әсәй ҡатнаша ала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 

 “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған конкурста шундай номинациялар бар:

  • Ғаиләнең тыуыуы (танышыу тарихы, ғаилә барлыҡҡа килеүе, балаларҙың донъяға килеүе);
  • Мин ғорурланам (ғаилә ағзалары героизмы, уларҙың республика, ил алдында ҡаҙаныштары);
  • Беҙҙең традициялар (ғаилә традициялары, милли ғөрөф-ғәҙәт, тел, мәҙәниәт үҙенсәлектәре);
  • Беҙҙең ял (ғаилә байрамдары, сәйәхәттәр, бергәләп ял итеү тураһында);
  • Беҙ булдырабыҙ (берҙәм ғаилә эше, бизнесы, проекты, шул иҫәптән ғаиләнең ирекмәнлек, мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге).

 

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн анкета тултырырға, тематик видеояҙма төшөрөргә, 6 декабрҙә бөтә материалдарҙы  [email protected].
электрон почтаһына ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә  БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Эксперттар 10 иң яҡшы эште һайлай, ә 13 – 15 декабрҙә онлайн тауыш биреү үтә, уның һөҙөмтәһендә махсус приз билдәләнә. Конкурсҡа йомғаҡ 19 декабрҙә яһала.

Фото – https://contenta.info/press_releases?federal_subject_id=4&kind=all&period=all&page=1

 

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: