0 °С
Облачно
Милли проекттар
5 Декабря 2022, 10:25

Беҙҙең китапханалар алда

Стәрлетамаҡ районының  Наумовка ауылы модель китапханаһы – “Алтын кәштә – 2022” иң яҡшы фонд конкурсы призеры. Хеҙмәткәрҙәре “Халыҡ өсөн асыҡ китапхананың иң яҡшы модель фонды” номинацияһында иң яҡшы видеояҙма өсөн махсус приз алды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең китапханалар алдаБеҙҙең китапханалар алда
Беҙҙең китапханалар алда

Стәрлетамаҡ районының  Наумовка ауылы модель китапханаһы – “Алтын кәштә – 2022” иң яҡшы фонд конкурсы призеры. Хеҙмәткәрҙәре “Халыҡ өсөн асыҡ китапхананың иң яҡшы модель фонды” номинацияһында иң яҡшы видеояҙма өсөн махсус приз алды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Модель китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған.

2021 йылда Башҡортостан йылына булдырылған модель китапханалар һаны буйынса алда килһә, быйыл “Алтын кәштә” федераль конкурсы еңеүселәре һаны менән беренсе урында бара, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ҡариҙел, Учалы райондарының үҙәк, Ишембай районының Үрге Этҡол ауылы китапханалары төп номинацияла призер булған.

Проектта ҡатнашыу өсөн китапхана фондының уникаллеген асҡан видеояҙма әҙерләнә, шулай уҡ “Беҙҙең модель фонды – киләсәккә аҙым” һәм “Китапхананың электрон ресурстарын нисек һөҙөмтәле файҙаланырға” темаларына эсселар ебәрелә.

Фото – https://contenta.info/press_releases?federal_subject_id=4&kind=all&period=all&page=1

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас