-2 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Декабря 2022, 05:55

“Ит тә, һөт тә – үҙебеҙҙеке”

Балаҡатай районы Миҙәт ауылынан йәш фермер Илдан Дәүләтов өсөн ерҙә эшләү – тормош рәүеше. Байрамдарҙа ла, ял көндәрендә лә бында эш туҡтамай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ит тә, һөт тә – үҙебеҙҙеке”“Ит тә, һөт тә – үҙебеҙҙеке”
“Ит тә, һөт тә – үҙебеҙҙеке”

Балаҡатай районы Миҙәт ауылынан йәш фермер Илдан Дәүләтов өсөн ерҙә эшләү – тормош рәүеше. Байрамдарҙа ла, ял көндәрендә лә бында эш туҡтамай.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башта ул шәхси ярҙамсы хужалығында 50-ләгән һарыҡ, бер нисә баш һыйыр малы аҫрай. Эшҡыуарлығын үҫтереү өсөн башланғыс капитал талап ителә. 2016 йылда Илдан “Эш башлаусы фермер” гранты алыу өсөн конкурста ҡатнашырға йөрьәт итә. Ул “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн шарттарҙы яҡшыртыу” төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Конкурстың бөтә шарттарын үтәп, егет грант ала. Крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, ул грант аҡсаһына һөт биреүсе эре мөгөҙлө мал һәм техника ала.  

“Ауыл ерендәге эш яҡшы таныш миңә. Бәләкәстән мал ҡараным, көтөү көттөм, атайыма бесән эшләштем. Ауыл ерендә йәшәйһең икән, итең дә, һөтөң дә бар, тигән һүҙ. Һыйырҙарҙы үҙем һауам, ҡатыным да һәр йәһәттән ярҙам итә. Һөттө Үрге Ҡыйғыға алып барып тапшырабыҙ”, – тип һөйләй йәш йүнсел.

Фото –  Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас