

Асҡын ауылында урынлашҡан Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжының дүрт корпусы йүнәтелә. Әле капиталь ремонт 65 процентҡа үтәлгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Йүнәтеү эштәре “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Кисә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов подряд ойошмаһы вәкилдәре менән сираттағы эш кәңәшмәһе үткәрҙе, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Бөтә корпустар буйынса капиталь ремонт 65 процентҡа үтәлгән. Тәҙрәләр тулыһынса алыштырылған, биналарҙың йөҙҙәре йылытылған, ашхананың ҡыйығы ябылған. Эске биҙәү эштәре бара. Динис Рәдис улы эшселәргә тиҙерәк эшләү бурысы ҡуя. Ремонт эштәре йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Капиталь ремонтҡа 70 миллион һум аҡса бүленгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases.