+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2022, 12:51

Тәүге евроконтейнерҙар килде

Ҡағыҙ, быяла, пластик... Тирә-яҡ мөхитте хәстәрләп, сүп-сарҙы айырым йыйырға теләгән кешеләр һаны арта. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Тәүге евроконтейнерҙар килде
Тәүге евроконтейнерҙар килде

Ҡағыҙ, быяла, пластик... Тирә-яҡ мөхитте хәстәрләп, сүп-сарҙы айырым йыйырға теләгән кешеләр һаны арта.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Экология” милли проектының мөһим бер йүнәлеше булып ҡалдыҡтар менән эшләү тора, был тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йоғонто яһай. Башҡортостандың баш ҡалаһында быға айырыуса әһәмиәт бирәләр.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Экология һәм ҡаланың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралығы етәксеһе Ольга Филева билдәләүенсә, сүп-сарҙы айырым йыйырға теләгән кешеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Ҡалала быяла, ҡағыҙ, пластикты айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылған майҙандар һаны ла күбәйә. Әле Өфөлә бындай контейнерҙар комплекты 270 майҙансыҡта ҡуйылған, ПЭТ-һауыттар өсөн 347 селтәр урынлаштырылған.

Яңы евроконтейнерҙар һатып алыу өсөн “Экология” милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленә. Ноябрҙә Өфөгә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 1100 литр күләмлек күк төҫтәге тәгәрмәсле евроконтейнерҙарҙың тәүге партияһы килде, тип хәбәр итә    Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Уларҙы идара итеүсе ойошмалар әҙерләгән майҙандарға ҡуйыу планлаштырыла. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә, ихаталарында заманса контейнерҙар ҡуйҙыртҡылары килһә, идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: