+1 °С
Облачно
Милли проекттар
24 Ноября 2022, 10:10

Юлдар өсөн ҙур күләмле аҡса бүленә

Киләһе йылда Өфөнөң юлдарын яңыртыуға, ремонтлауға һәм төҙөүгә 2,3 млрд һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә республиканың Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлдар өсөн ҙур күләмле аҡса бүленәЮлдар өсөн ҙур күләмле аҡса бүленә
Юлдар өсөн ҙур күләмле аҡса бүленә

Киләһе йылда Өфөнөң юлдарын яңыртыуға, ремонтлауға һәм төҙөүгә 2,3 млрд һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә республиканың Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Эштәрҙе финанслау “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Аҡса  Киров районында Высотная, Академик Ураҡсин урамдары һәм шулай уҡ Эшсе хәбәрселәр урамының Высотная урамынан алып Степан Кувыкин урамына тиклем аралығын реконструкциялауға; Октябрь районында Зинино транспорт киҫелешен төҙөүгә; Нуғай шоссеһының М-5 “Урал” трассаһына ҡушылған урында юл төҙөүгә; Өфөнөң биш урынында юл участкаларын ремонтлауға йүнәлтелә. Йәмғеһе 9,7 км юл заманса төҫ аласаҡ. 

Автор:
Читайте нас