-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь , 09:35

Урман шаулап үҫер...

Башҡортостан урмансылары йыл һайын шыршы, ҡарағай,  ҡарағас орлоғо әҙерләй. Балаҡатай урман хужалығында әле 560 килограмм тубырсыҡ йыйылған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Урман шаулап үҫер...
Урман шаулап үҫер...

Башҡортостан урмансылары йыл һайын шыршы, ҡарағай,  ҡарағас орлоғо әҙерләй. Балаҡатай урман хужалығында әле 560 килограмм тубырсыҡ йыйылған, тип хәбәр итә  БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Тубырсыҡтарҙы көндәр һалҡынайтҡас йыя башлайбыҙ – был сифатлы орлоҡ етештереүҙә төп шарттарҙың береһе. Ағастарҙың сифатлы һәм сәләмәт булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә, – ти урмансылар.

Орлоҡ әҙерләү  көс һәм ваҡыт талап итә. Тубырсыҡтарҙы йыйыу ғына түгел, ваҡытында киптерергә, эшкәртергә, дөрөҫ һаҡларға ла кәрәк.

Урман үҫемлектәре орлоҡтары запасы булдырыу буйынса сараларҙы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениелар үткәрә.

Фото –  БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Урман шаулап үҫер...
Урман шаулап үҫер...
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в